Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
31 Июль 2017, 09:18

Һыуҙа һаҡ булығыҙ!

Тәбиғәт менән осрашыу – һәр кемдең ғүмерендәге иң бәхетле мәлдәрҙең бе­реһе. Әммә ҡайҙа – хозурлыҡ, рәхәтлек, шунда хәүеф-хәтәр барлығын да оноторға ярамай. Был бигерәк тә йәй мәленә ҡағыла, сөнки халыҡ кинәнеп һыу инер өсөн йылға-күлдәргә ашыға. “Башинформ”да 25 июлгә ҡуйылған мәғлүмәттәр буйынса, һыу инеү миҙгеле асылыу менән республикала өс тиҫтәгә яҡын кешенең батып үлеү осрағы теркәлгән.

Үткән ялда Ауырғазы районында Өршәк йылғаһында һигеҙ һәм туғыҙ йәшлек ике ҡыҙ бала батып үлә. Фажиғә 30 июлдә көндөҙ була. Төрөмбәт ауылы һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡыҙҙары һыу инеү өсөн тәғәйенләнмәгән ерҙә һыу төшә. Башҡа балалар әйтеүе буйынса, ҡыҙҙарҙы көслө ағым йылға буйлап аҫҡа алып китә һәм уларҙың ярға йөҙөп сығырға көсө етмәй.


Йылға-күлдәрҙәге күңелһеҙ хәлдәр йыш ҡына ял итеүселәрҙең ябай хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен инҡар итеүенә бәйле. Ҡағи­ҙәләр ябай ғына:

*махсус йөҙөү өсөн тәғәйенләнмәгән урын­дар­ҙа һыу инеү хәүефле;

*пляждан ситкә сығырға ярамай;

*алкоголле эсемлек эскән килеш йылға-күлдәргә яҡын бармағыҙ;

*һыуға сумыр алдынан ҡояшта артыҡ ҡыҙыныу зыянлы;

*тәбиғәт көйһөҙләнгәндә йәки төндә һыу инеү хәүефле.

Бигерәк тә кескәйҙәр өсөн йылға-күл­дәрҙең ҡурҡыныс менән янауын хәтерегеҙҙән сығармағыҙ. Уларҙы өлкәндәрҙән тыш йылға-күл буйҙарына ебәрмәгеҙ.

Читайте нас