Мәктәптәрҙә уҡыу йылы тамамланыу менән балалар күңелле һәм файҙалы ялға йәйге лагерҙарға таралышты. Быйыл Борай районында барлыҡ төр лагерҙарҙа 2140 бала сәләмәтлеген нығыта. Уҡыусыларҙың ялын тейешле дәрәжәлә ойоштороуға район хакимиәте һәм уның башлығы Борис Нурисламов тарафынан күп көс һалынды