— Рөстәм Зәки улы беҙҙе үҙенең эш урынында ихлас ҡаршы алды, иғтибар менән тыңланы, киләсәккә пландарыбыҙҙы һорашты. Башҡа ҡалаларҙа, хатта сит илдә уҡыһаҡ та, эшләргә үҙебеҙгә ҡайтырға тейешлегебеҙҙе һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ул кадрҙарҙа ҡытлыҡ кисереүебеҙ, күпселек өлкәләрҙә белемле, үҙ-үҙенә ышанған белгестәр етмәүе тураһында һөйләне, _— тип тәьҫораттары менән бүлеште Мишкә ауылындағы Ф. Бүләков исемендәге 1-се лицейҙы уңышлы тамамлаған Евгений Килдебаев.