Йырҙарҙа данланған Ирәндек буйында, Баймаҡ районының Граф күле янында, иртәгә, 29 июлдә, Башҡорт йәштәре йыйыны үтә. Данлы тарихыбыҙға яңы күҙлектән бағып, халҡыбыҙ йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә таянып әҙерләнгән яңыртылған форматтағы йыйынға республиканан һәм Рәсәй төбәктәренән йәштәр саҡырыла.
Ҡатнашыусыларҙы мауыҡтырғыс мажара – этноквест көтә. Уның барышында йәштәр Шәжәрә, «Урал бөркөтө» конкурстары, Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуына 100 йыл тулыуға арналған интеллектуаль уйындарҙа белемен тикшерәсәк. Уның барышында иң күп мәрәй туплаған райондарға ҙур бүләктәр әҙерләнә. Шулай уҡ билдәле спортсыларҙың күрһәтмә сығыштары һәм автограф-сессия, сағыу йондоҙҙар ҡатнашлығындағы концерт — барыһы ла йәштәр өсөн.
Әйткәндәй, был ҙур сарала Балтас районы йәштәре — район мәҙәниәт бүлегенән Руслан Кабулов, “Йәш гвардия” вәкиле Максим Әхтәриев, район хакимиәтенең спорт һәм йәштәр комитеты баш белгесе Данис Шакиров һәм көрәшсе егеттәр ҙә ҡатнаша.