Иҫке Балтас ауылына йәм биреп ултырыусы йорттарҙың береһендә Гөлфирә һәм Рауф Фәҡитдиновтар ғүмер итә. Киров урамында урынлашҡан был мөһабәт йорт әллә ҡайҙан иғтибарҙы үҙенә йәлеп итә. Ҡапҡа тышындағы бәләкәй генә түтәлдә иртә яҙҙан алып көҙгә тиклем төрлө-төрлө сәскә үҫеп, күршеләрҙе һәм үтеп барыусыларҙы ҡыуандырып, күңелдәрен күтәрә. Ә ҡапҡанан килеп ингәс, үҙеңде бөтөнләй әкиәт донъяһына эләккәндәй хис итәһең. Йорт алды тотош гөл-сәскә! Бар ерҙә лә таҙалыҡ, бөхтәлек. Һәр нәмә үҙ урынында һәм үҙенсәлекле зауыҡ менән урынлаштырылған. Түтәлдәрҙә баҡса еләге ҡыҙарып бешә, ағас һәм ҡыуаҡтарҙа ла емеш-еләк оҙаҡламай өлгөрәсәк. Теплицала төрлө сорттағы эре-эре помидорҙар бешкән, ҡыярҙар өлгөргән. Күңелең нимә теләй, барыһы ла бар бында. Семәрләп биҙәп эшләнгән беседка, бәүелсәк, аркалар, плиткалар түшәлгән һуҡмаҡтар йортҡа тағы ла күркәмлек өҫтәй.