Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
25 Июль 2017, 13:37

Салауат Юлаев бюсы яңыртылды

Эстонияның Палдиски ҡалаһындағы Салауат Юлаев бюсы яңыртылды. Билдәле скульптор Тамара Нечаева эшләгән бюст урынына авторҙыҡын ҡабатлаған суйын һын урынлаштырылды һәм мемориаль таҡтаташ ҡуйылды. Тарихи сара 22 июлдә Палдиски ҡалаһында Башҡорт мәҙәниәте көндәре сиктәрендә ойошторолдо. Суйын бюсты Башҡортостандан Милли музей директоры Ғәли Вәлиуллин етәкселегендәге рәсми делегация алып килде ( бюстың ауырлығы – 214 кг, бейеклеге – метр).

Мемориаль таҡтаташ (эстон, рус һәм инглиз телдәрендәге яҙма менән) Салауат Юлаев ғүмеренең һуңғы йылдарын үткәргән Эстляндия губернаһының Рогервик ҡәлғәһендә, хәҙерге Палдиски ҡалаһының мэрия бинаһында ҡуйылды. Тантаналы сарала Палдиски мэры Тийт Пеэду, вице-мэр Елена Вилльманн, Рәсәй Федерацияһының Эстониялағы илсеһе Александр Петров, Төркиәнән дини эшмәкәр Әбделҡадир мулла һәм Таллиндағы «Ағиҙел» башҡорт мәҙәни үҙәге активистары ҡатнашты.
Читайте нас