Бер-береһен өҙөлөп һөйгән йәштәрҙең ғаилә ҡороуы әллә ҡайҙа йәшәүсе кешеләрҙең туғанлашыуына, дуҫлашыуына сәбәпсе була. Күптән түгел Регина менән Мөхәммәт сәстәрен-сәскә бәйләп, Ҡубияҙ һәм Абдулла ауылдары араһында күҙгә күренмәҫ күпер һалды. Яңы тыуған Хисмәтуллиндар ғаиләһенә иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Тормош юлығыҙ үҙегеҙ кеүек матур булһын!