Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
21 Июль 2017, 06:45

Бал буласаҡ!

Республиканың баш умартасыһы — Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге директоры Әмир Ишемғолов һыуыҡ һәм ямғырлы йәйгә, шулай уҡ федераль эсксперттарҙың пессимистик фаразлауҙарына ҡаршы килеп, балдың быйыл да мул буласағын белдерҙе. «Ҡырауҙар булһа ла, йүкәгә теймәне. Республикала уңыштың 40 проценты йүкәнән, ҡалғаны сәскә һәм ҡарабойҙайҙан йыйыла. Бына 4-5 көн бал ҡорттары йүкә балын йыйыу менән мәшғүл. Ун биш көн һауа торошо яҡшы булһа, улар үҙҙәрен дә, хужаларын да тулыһынса был татлы ризыҡ менән тәьмин итеп өлгөрәсәк. Ҡарабойҙай ҙа сәскә ата башланы», — тине Әмир Миңләхмәт улы. «Электрогазета»нан алынды.

Республиканың баш умартасыһы — Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге директоры Әмир Ишемғолов һыуыҡ һәм ямғырлы йәйгә, шулай уҡ федераль эсксперттарҙың пессимистик фаразлауҙарына ҡаршы килеп, балдың быйыл да мул буласағын белдерҙе. «Ҡырауҙар булһа ла, йүкәгә теймәне. Республикала уңыштың 40 проценты йүкәнән, ҡалғаны сәскә һәм ҡарабойҙайҙан йыйыла. Бына 4-5 көн бал ҡорттары йүкә балын йыйыу менән мәшғүл. Ун биш көн һауа торошо яҡшы булһа, улар үҙҙәрен дә, хужаларын да тулыһынса был татлы ризыҡ менән тәьмин итеп өлгөрәсәк. Ҡарабойҙай ҙа сәскә ата башланы», — тине Әмир Миңләхмәт улы.

«Электрогазета»нан алынды.
Читайте нас