Бөрөлә республика кимәлендә география уҡытыусыларының слеты үтте. Унда Ҡариҙелдән Лилиә Камалова (1-се мәктәп), Гүзәл Исламова (2-се мәктәп), Татьяна Окунцева (Әртәкүл мәктәбе), Наталья Столярова, Эльвира Йәнекәева (Байҡы мәктәбе) һәм Римма Ишкининанан (Итҡусты мәктәбе) торған команда ҡатнашты. Жюри был уҡытыусыларҙың положение буйынса әҙерләнгән эштәрен юғары баһалап, III урынға лайыҡ, тип тапты.