Район баҫыуҙарында, бесәнлектәрҙә эш тулы ҡеүәтенә бара. Иҫке Мутабаш ауылынан Ғәндәлиф Сәлимгәрәев, Әлфрис Заһиҙуллин — ЮМЗ-6 һәм Мутайылғанан Ансаф Әхмәҙуллин Т-25 тракторҙарында үлән сабыуға төштө.
— Минең дә, Әлфристең дә хужалығы ҙур. Ауыл кешеһенең йәй көнө төп мәшәҡәте — ҡышҡылыҡҡа бесән әҙерләү. Аллаға шөкөр, бесән быйыл күп, ҡуйы. Беҙ үҙебеҙ ауылда үҫтек, һәр ваҡыт атай-әсәйгә ярҙамлаштыҡ. Бына Ансаф та үҙенекеләргә ярҙам итергә ҡайтты. Ул Төньяҡ флотта “Юрий Долгорукий” атом һыу аҫты кәмәһендә 11 йыл хеҙмәт итә, — тип һөйләй Ғәндәлиф Имаммөхәмәт улы.