Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
20 Июль 2017, 09:28

Ҡариҙелдә бағыр үрсетәләр

Ҡариҙел районы фермерҙары өсөн быйылғы ямғырлы йәй бик ҡулай булды. Абдулла ауылында бағыр (форель) үрсетәләр. Һыу менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеү өсөн тау йылғаһы эргәһендә яһалма быуа ҡаҙығандар. Бынан тыш, фермерҙар унда таҙартыу фильтрҙары ла урынлаштырған. Сөнки бағыр бик талымлы балыҡ, ул тик һалҡын һәм таҙа һыуҙа ғына йәшәй. Әйткәндәй, бағырҙың ите бик тәмле. Ул беҙҙең республикала ғына түгел, бәлки бөтә донъяла иң ҡиммәтле балыҡтарҙың береһе һанала. Халыҡ уны юҡҡа ғына «батша балығы» тип атамай.

Ҡариҙелдә был кәсеп менән ике йыл элек шөғөлләнә башлайҙар: ыуылдырыҡ һатып алып, быуаға ебәрәләр. Хәҙер балыҡтар яҡынса ярты метрға етеп килә. Фермер Илвер Ғиндуллин бында туристик комплекс төҙөргә һәм балыҡ тотоу өсөн шарттар тыуҙырырға планлаштыра.
Читайте нас