Ошо көндәрҙә Борай район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре урамда — китапхана алдындағы майҙансыҡта уҡыу залы ойошторҙо. Теләгән һәр кем, уҙып барышлай туҡтап, яңы баҫмалар, төрлө темаларға айырып ҡуйылған китап күргәҙмәһенән үҙенә оҡшағанын һайлап алды. Шунда уҡ китап фримаркеты — китап менән ирекле алмашыу ойошторолдо. Китапханасылар бәләкәс уҡыусыларҙы ла онотмаған. Улар өсөн “Йәй китап менән” күргәҙмәһе эшләне.