Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
18 Июль 2017, 12:05

География уҡытыусылары слеты

География уҡытыусыларының өс көнлөк слеты Бөрө районында үтте. Экология йылында айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре проблемаларын хәл итергә 200-ҙән артыҡ педагог йыйылды. Слетта ҡатнашыусыларға авиация сәләмләүе көтөлмәгән бүләк булды. Рус география йәмғиәтенең мөхбир ағзаһы — пилот-инструктор Александр Лынник идара иткән еңел моторлы самолет байрамдың тантаналы өлөшөн асҡанда аҡлан өстөнән бер нисә ҡабат әйләнде.

География уҡытыусыларының өс көнлөк слеты Бөрө районында үтте. Экология йылында айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре проблемаларын хәл итергә 200-ҙән артыҡ педагог йыйылды.

Слетта ҡатнашыусыларға авиация сәләмләүе көтөлмәгән бүләк булды. Рус география йәмғиәтенең мөхбир ағзаһы — пилот-инструктор Александр Лынник идара иткән еңел моторлы самолет байрамдың тантаналы өлөшөн асҡанда аҡлан өстөнән бер нисә ҡабат әйләнде.

Республиканың 40 районы һәм ҡалаларынан килгән ҡатнашыусылар, слет ҡунаҡтары йәш быуынды тәрбиәләүҙәге һәм экологик белем биреүҙәге, айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре, төбәктең социаль-иҡтисади үҫеше, Рус география йәмғиәтенең тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәрлеге һорауҙары һәм башҡа көнүҙәк проблемаларҙы тикшереү өсөн Десяткин һикәлтәһенә йыйылды. Башҡортостан Республикаһының тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев үҙ сығышында Рус география йәмғиәте төбәк бүлексәһенең ошо барлыҡ мәсьәләләрҙе хәл итеүҙәге мөһим ролен билдәләне.

— Быйылғы йыл тирә-яҡты һаҡлауға _— Экология һәм айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылына арналды. Рус география йәмғиәте һәм уның Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе инициативаһы менән “Еҙем” тәбиғәт паркы ойошторола, Асҡын боҙ мәмерйәһе һаҡлана. Дөйөм алғанда, ил кимәлендә хәл ителәһе мәсьәлә лә бар — ошондай майҙандарҙы ҙурайтырға кәрәк, — тине ул.

Уҡытыусыларҙың былтырғы республика слеты Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе үткәргән иң ҙур сараларҙың береһе булды. Ул педагогтарҙың абруйын күтәрҙе, киләсәккә ҡанаттар ҡуйҙы.

География уҡытыусылары быйыл да һынатманы: үҙҙәренең презентация материалдарынан күргәҙмә ойошторҙо, ҙур экскурсия программаһында ҡатнашты, дүрт урында фекер алышыу майҙансыҡтары, оҫталыҡ дәрестәре эшләне.

Слет “Башҡортостан — йәшел яҡ” автор йыры фестивале менән тамамланды. Жюри эшендә билдәле бард йырсылары Александр Лынник менән Рәмил Бәҙәмшин ҡатнашты. Уларҙың бергә ойошторолған концерты география уҡытыусыларына байрам бүләге булды.

“Башинформ” материалы буйынса әҙерләнде.
Читайте нас