Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
17 Июль 2017, 08:12

Байрам үтте

Асҡын районы Үтәш ауылы шәмбе көнө ҙур тантана кисерҙе — бар халыҡты йыр-моң менән берләштергән “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үтте. Йола буйынса ауылдың иң оло һәм уңған кешеләре, сабыйҙары тыуған йәш ғаиләләр иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнде, милли уйындар ойошторолдо. Сәхнәләге һәр сығыш йыр-моң менән үрелеп барҙы. Байрамға йыйылыусылар Әнзирә Ғәниева төҙөгән Зәғәфуран нәҫеле шәжәрәһе менән дә таныша алды. Винария Кашапова ауылда йәшәүсе нәҫелдәрҙең шәжәрәһен тергеҙеү буйынса бик күп эш башҡарған.

Читайте нас