Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
14 Июль 2017, 09:13

Юғары дәүләт наградаһы менән ҡотлайбыҙ!

Кисә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын тапшырҙы

Кисә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Ордендар, айырмалыҡ билдәләре, Почет грамоталары һәм исемдәр менән барлығы 54 сәнәғәт, транспорт һәм элемтә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, банк өлкәһе, дәүләт хеҙмәте, муниципаль идара итеү, һайлау системаһы, хәүефһеҙлек, социаль хеҙмәттәр, ҡунаҡхана комплексы, сервис, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф һәм фән, мәҙәниәт, китапхана эше, физкультура һәм спорт, матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәренең һөнәри ҡаҙаныштары баһаланды.

Бүләкләнеүселәр араһында Асҡын 2-се урта мәктәбенең биология һәм химия уҡытыусыһы Альбина Фәтихова ла бар. Альбина Вәрис ҡыҙы “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы” исеменә лайыҡ булды. Уны юғары награда алыуы менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да эшендә ҙур уңыштар теләйбеҙ.
Читайте нас