Баш ҡала аэропортының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, быйыл йәй самолеттар Өфөнән Төркиә курортына көн һайын оса. Даими теҙмә сиктәрендә «Төркиә һауа юлдары» самолеттары һәр көн урындағы ваҡыт буйынса таңғы 5-се 10 минутта юлға сыға. Антальяға чартер рейстарын «Ред Вингс», «Азур Эйр», «Икар», «Ямал», «Северный ветер», «Россия», «Норд Стар» һәм «АйФлай» авиакомпаниялары хеҙмәтләндерә.