Йәнтөйәк
+24 °С
Ямғыр
Антитеррор
Новости
13 Июль 2017, 09:24

Рәсәйҙә балаларҙы ташыу буйынса яңы ҡағиҙәләр үҙ көсөнә инде

Рәсәйҙә 12 июлдән балаларҙы ташыу буйынса яңы ҡағиҙәләр үҙ көсөнә инде. Хәҙер ата-әсәләргә ете йәштән кесерәк балаһын автомобиль эсендә бер үҙен ҡалдырғандары өсөн административ яуаплылыҡ янай.

Рәсәйҙә 12 июлдән балаларҙы ташыу буйынса яңы ҡағиҙәләр үҙ көсөнә инде. Хәҙер ата-әсәләргә ете йәштән кесерәк балаһын автомобиль эсендә бер үҙен ҡалдырғандары өсөн административ яуаплылыҡ янай. Яңы ҡағиҙәләр буйынса, өлкәндәр балаларҙы хәүефһеҙлек ҡайыштары менән бәйләп ултыртырға тейеш.

Ете йәштән кесерәк балаларҙы ташыу өсөн балаларҙы тотоусы алмашһыҙ ҡорамалдар ҡулланыу, шулай уҡ ете йәштән 11 йәшкәсә балаларҙы ташыу өсөн ошондай ҡорамалдарҙы йәки транспорт сараһы конструкцияһы менән ҡаралған хәүефлек ҡайыштарын ҡулланыу билдәләнгән. Бынан тыш, 12 йәштән кесерәк балаларҙы мотоциклдың артҡы ултырғысында ташыу тыйыла.

“Башинформ”дан алынды.
Читайте нас