«IВолга» – идеялар майҙаны, унда йәш ғалимдар, студенттар үҙ асыштарын ғәмәлгә ашырыу мөмкинлеге ала. Форумда бер нисә смена эшләй. Мәҫәлән, “Һин – эшҡыуар”, “Инновациялар һәм техник ижад”, “Мин – патриот” тигән йүнәлештәр бар. 10 көн дауамында йәштәр яңы идеялары һәм тәжрибәләре менән уртаҡлаша, ә иң яҡшы проекттар гранттар менән бүләкләнә.