Республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы 1 июлдән 31 авгусҡа тиклем “Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит” хәйриә акцияһы ойоштора. Сараның маҡсаты — инвалид, етем, ата-әсә хәстәренән мәхрүм ҡалған, шулай уҡ күп балалы, аҙ тәьмин ителгән, тулы булмаған, ауыр хәлгә тарыған ғаиләләрҙәге балаларға уҡыу йылына әҙерләнеүҙә булышлыҡ итеү. Айырым граждандарҙан, предприятиеларҙан канцелярия тауарҙары, балалар ижады өсөн кәрәк-яраҡ ҡабул ителә. Шулай уҡ портфель, мәктәп формаһы, дәреслек, нәфис әҙәбиәткә лә ихтыяж бар.