Йәнтөйәк
+24 °С
Ямғыр
Антитеррор
Новости
13 Июль 2017, 09:22

Бөрө районында география уҡытыусылары йыйыласаҡ

14-16 июлдә Бөрө районының Бөрө йылғаһы буйында география уҡытыусыларының икенсе республика йыйылышы үтә. Уға Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларынан 400-ләгән ҡатнашыусы йыйыласаҡ.

14-16 июлдә Бөрө районының Бөрө йылғаһы буйында география уҡытыусыларының икенсе республика йыйылышы үтә. Уға Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларынан 400-ләгән ҡатнашыусы йыйыласаҡ.

Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһендә хәбәр итеүҙәренсә, һәр команда жюри хөкөмөнә муниципаль берәмектәрҙең экологик проблемалары буйынса мәғлүмәт таҡталарын тәҡдим итәсәк һәм айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре менән таныштырасаҡ. Бөрө районының иҫтәлекле урындары буйлап экскурсия йыйылыштың иң ҡыҙыҡлы мәле буласаҡ. Ҡатнашыусыларға бер нисә маршрут тәҡдим ителәсәк: «Берендей» дендропаркы, сауҙагәр Бөрө, «Бай аҡлан» ырыу алпауыты ауылы буйлап таныштырыу экскурсияһы, Баллы утарында ауыл гастрономик туризмы, Рус география йәмғиәтенең Бөрө бүлексәһе активистары айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләһе статусын бирергә теләгән легендар Ҡыҙыл тауына үрләү.

“Башинформ”дан алынды.

Читайте нас