1 июлдән Рәсәйҙә һыраны ҙур пластик шешәләрҙә һатыуға тыйыу үҙ көсөнә инә. Законды 2016 йылда Дәүләт думаһы ҡабул иткән, тип хәбәр итә «Комсомольская правда-Өфө» сайты. Тағы ла күпмелер ваҡыт уны ғәмәлгә ашырыуға киткән. 1 ғинуарҙан 1,5 литрҙан күберәк күләмдәге «пластик»та һыра етештереү тыйылды, 1 июлдән иһә ошондай һауытты һатыуға сикләүҙәр индерелде.
Закон һыраға ғына түгел, 1,5 литрҙан күберәк күләмдәге башҡа спиртлы продукцияға ла ҡағыла.
Был ҡағиҙәләрҙе боҙған компанияларға һәм уларҙың етәкселәренә ҙур штрафтар янай. Юридик берәмектәр өсөн ул — 300-500 мең, вазифалы кешеләргә 100-200 мең һум тәшкил итә.
Закон проекты авторҙары билдәләүенсә, илдә «бик күп күләмдә» һыра эсеү күҙәтелә. Пластик һауыттың арзанлығы халыҡҡа ошо эсемлекте һатып алыу өсөн ҡулай, ҙур күләм иһә күберәк эсергә мәжбүр итә.