Тантанала район хакимиәте башлығы урынбаҫары Р. Вәлинуров, Кирзә ауыл Советы депутаты А. Исмаев, ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы А. Кәримов, Магинск һәм Озерки ауыл биләмәләре башлыҡтары ҡатнашты. Байрамда ауыл тарихын, уның билдәле шәхестәрен иҫкә алдылар, хеҙмәт, хәрби хәрәкәттәр ветерандарын, күп балалы әсәләрҙе, спортсыларҙы билдәләнеләр. Урындағы үҙешмәкәр артистар һәм Кирзә мәктәбе уҡыусылары ҡунаҡтарға бай йөкмәткеле мәҙәни программа тәҡдим итте. Һәр кем күңеленә яҡын спорт ярышында ҡатнаша алды.