Иҫке Балтас 2-се урта мәктәбенең VIII Б класы уҡыусыһы Ләйсән Әхкәмова“Көмөш йондоҙсоҡ”тар Бөтә Рәсәй фестиваль-конкурсының төбәк этабында “Вокал” номинацияһында II урын яуланы. Был конкурс Рәсәй суд приставтары федераль хеҙмәте, шулай уҡ хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм башҡа дәүләт структуралары дәүләт хеҙмәткәрҙәре балалары араһында ойошторола. Быйылғы конкурстың төбәк этабы республика күләмендә Өфөлә үткән.