Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
6 Июль 2017, 12:18

Иң яҡшы ер һөрөүсе

Башҡортостанда Ер һөрөүселәр араһында Рәсәй чемпионаты еңеүселәре асыҡланды. Өфө районында уҙған конкурста Рәсәйҙең утыҙ төбәгенән һәм сит илдән килгән механизаторҙар үҙ көсөн һынап ҡараны. Сарала ҡатнашыусыларҙы Бөтә донъя ер һөрөүселәр ойошмаһының генераль секретары Анна Мария Мак Хью, Европа ойошмаһының генераль секретары Март Баккер һәм башҡа рәсми вәкилдәр тәбрикләне.

Чемпион исеменә Рязань өлкәһенән Андрей Шаль лайыҡ булды. Уға «Уаз патриот» автомобиле асҡысы тапшырылды. Икенсе урында Удмурт республикаһынан Вадим Зарецких, өсөнсөлә – Ленинград өлкәһенән Александр Дерюгин. Махсус номинацияларҙа ла лауреаттар билдәләнде. “Еңеүгә ихтыяр көсө өсөн” номинацияһында Башҡортостандан Илдар Ишекәев бүләкләнде. Быйыл ул турнирҙа алтынсы тапҡыр ҡатнашты. “Һабан королеваһы” исеменә Башҡорт дәүләт аграр университеты студенты, Илеш ҡыҙы Әлиә Яҡупова лайыҡ булды.

Ер эше бер ҡасан да еңел генә бирелмәгән. Сөнки ул үҙенә иғтибарлы һәм ихтирамлы мөнәсәбәт талап итә. Конкуста ҡатнашыусылар барыһы ла оҙайлы йылдар баҫыуҙарҙы иңләгән ялан батырҙары. Әммә ойоштороусылар әйтеүенсә, сит ил механизаторҙарының кимәле күпкә юғарыраҡ, бер үк тракторҙарҙа бураҙналар төрлөсә һалына.

Шуға күрә был конкурс тәжрибә уртаҡлашыу йәһәтенән дә мөһим әһәмиәткә эйә. Үҫеү, камиллашыу өсөн үҙ ҡаҙаныңда ҡайнау ғына етмәй. Алдынғы эш алымдарын үҙләштерергә, индерергә кәрәк.

Бөтә Рәсәй ер һөрөүселәр конкурсы ысын мәғәнәһендә һабантуйҙы хәтерләтә. «Трактор-шоу» ярышы, «Башҡортостандың милли ихаталары», «Уңдырышлы түтәл», «Йәнле ферма» күргәҙмәләре ойошторолдо. Майҙан буйлап тирмәләр теҙелгән, сәхнә йыр-моңдарҙан яңғырап торҙо, тирә-йүндә спорт ярыштары гөрләне.
Читайте нас