Өфөлә режиссер Булат Йосопов яңы проектҡа – «Беренсе Республика» тарихи фильмына тотондо. Тарихи драма Башҡортостандың 100 йыллығын байрам итеүгә арналған һәм республикаға тәүге нигеҙ ташын һалыусылар хаҡында бәйән итә.
Тарихи персонаждар – башҡорт милли театрын ойошторған Вәлиулла Мортазин-Иманский, шағир Ғабдулла Амантай, композитор Ғәзиз Әлмөхәмәтов, яҙыусылар Дауыт Юлтый, Һәҙиә һәм Ғөбәй Дәүләтшиндар, хореограф Фәйзи Ғәскәров, шағир Мостай Кәрим яңы картинаның геройҙары буласаҡ. Фильмды төшөрөүселәр 1919 йылдан, Октябрь революцияһы һәм граждандар һуғышынан, фән һәм мәҙәниәт үҫешенән, 1930 йылдарҙағы репрессияларҙан алып реабилитациялау һәм Хрущев дәүеренә ҡәҙәр ғәйәт ҙур тарихи осорҙо үҙ эсенә алырға ниәтләй.
«Был фильм «Бабич» художество фильмының логик дауамы буласаҡ», — тип хәбәр итә «Башинформ» агентлығына проекттың продюсеры Леонид Филинов. — Әле яңы фильм өсөн ресурстар эҙләйбеҙ. Уның дауамы ике сәғәт булыр тип күҙаллана».
Йәйгеһен проект өсөн актерҙар кастингы үтәсәк, «Бабич» фильмында ҡатнашҡан ҡайһы бер башҡарыусылар ҡаласаҡ. «Беренсе Республика» фильмы 2018 йылда Башҡортостандың 100 йыллығын байрам итеү сиктәрендә тамашасыға тәҡдим ителәсәк.
Яңы проектта күптән түгел күрһәтелгән «Бабич» фильмындағы кеүек шул уҡ команда. Режиссеры – 12-нән ашыу тулы метражлы картиналар авторы, Ш.Бабич исемендәге премия лауреаты, Рәсәй Кинематографистар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Булат Йосопов.
Сценарий авторҙары – С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының актерлыҡ оҫталығы кафедраһы профессоры Таңсулпан Бабичева һәм башҡорт теле уҡытыусыһы, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты, филология фәндәре кандидаты Гөлсәсәк Саламатова. Композитор – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Ришат Сәғитов. Продюсер – «Йәнле таҫма» кинокомпанияһы директоры Леонид Филинов.