Ҡушманаҡ ауыл биләмәһендә “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Ныҡлы ғаилә” проекты сиктәрендә район ҡатын-ҡыҙҙар советы тарафынан ойошторолған “Балалы йорт — алтын һандыҡ” исемле осрашыу кисәһе үтте. Унда бирелә йәшәүсе дүрт ғаилә саҡырылғайны. Шуныһы ҡыуаныслы, улар араһында алтын туйҙарын билдәләгән абруйлы, өлкән парҙар ҙа, әле яңы ғына сәстәрен сәскә бәйләп, һөйөү хистәрендә ҡайнап йәшәүселәр ҙә, балалар үҫтереп, уларға һөйөнөп, үҙ яйы менән донъя көтөүселәр ҙә бар ине. Был ғаиләләрҙең барыһын да бер бер хис — бәхет, ихтирам һәм һөйөү берләштерә.