Ҡушманаҡ ауылы эргәһендә йәйәүле туризм буйынса традицион ярыштар үтте. 70-се юбилей слетында район мәктәптәренең 12 командаһы туризм буйынса белемдәрен нығытып, оҫталыҡтарын күрһәтте. Урта мәктәптәр араһында беренселекте гимназия командаһы алды. Икенсе-өсөнсө урындарҙы өсөнсө һәм беренсе мәктәп командалары бүлеште. Төп дөйөм белем биреү мәктәптәре араһында Таңатар — I, Шабай — II, Ҡудаш III урын яуланы. Туристар йырын яҡшы белеүҙәре менән 3-сө, Таңатар, Ҡудаш мәктәптәре командалары өҫтөн сыҡты.