Балалар ижад йортоноң “Йәш янғын һүндереүселәр” берекмәһендә шөғөлләнеүселәр Өфө ҡалаһында үткән янғын-ғәмәли спорты буйынса Башҡортостан чемпионатында ҡатнашты. Унда, беҙең республиканан тыш, Ижау, Һарытау ҡалаларынан көслө командалар килде. Беренсе көндө 100 метрға ҡаршылыҡтар аша йүгереп, штурмлау баҫҡысы ярҙамында бинаның икенсе ҡатына менеү буйынса ярыштарҙа Эльмира Аллаярова өсөнсө урынды яуланы. Ул миҙал һәм ҡиммәтле бүләк менән бүләкләнде