Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
29 Июнь 2017, 12:40

Ҡариҙелдәр Йәштәр көнөн билдәләне

Байрамға йыйылыусыларҙы район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәмил Вәлинуров тәбрикләне. Артабан ул районда йәштәр сәйәсәтенә ҙур өлөш индереүселәргә Башҡортостан Республикаһының Спорт һәм йәштәр сәйәсәте министрлығының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Өфөнән килеүсе алып барыусылар Д.Ғәниев менән Д.Стародубов төрлө мәҙәктәр, уйындар, конкурстар менән тамашасыларҙың күңелен күтәрҙе. Урындағы артистар менән ҡунаҡтар концерт программаһын тәҡдим итте. Байрамға йәм өҫтәп, Ҡариҙелдең 1-се һәм 2-се мәктәптәренең сығарылыш уҡыусылары килде. Улар флешмоб бейене, уҡытыусыларына һәм ата-әсәләренә рәхмәт белдерҙе. Сара салют һәм байрам дискотекаһы менән тамамланды.

Читайте нас