27 июндә Асҡын 2-се мәктәбендә IX класс уҡыусыларына аттестат тапшырыу тантанаһы үтте. Ниһайәт, дәүләт имтихандары артта ҡалды. Егет һәм ҡыҙҙарыбыҙ һынауҙарҙы яҡшы үтте. Һөҙөмтәләр ҙә һөйөнөрлөк.
Айгөл Мәжит ҡыҙы Хәтмуллина етәкләгән 9Б класын барлығы 26 уҡыусы тамамланы. Шуларҙың туғыҙы — тик “биш”легә, 13-ө “дүрт” һәм “биш” билдәләренә генә өлгәште.
Уҡыусыларға уңыштар, хыялдарының тормошҡа ашыуын теләйбеҙ!