Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
21 Июня 2017, 07:56

2018 йылда ял көндәре

2018 йылда илебеҙ халҡын бер нисә оҙайлы каникул көтә. Беренсенән, Яңы йыл каникулдары 30 декабрҙән 8 ғинуарға тиклем дауам итә. Байрам көндәре — шәмбе, 6 ғинуар һәм йәкшәмбе, 7 ғинуар — 9 мартҡа һәм 2 майға күсерелә.

Яңы йылдағыһынан тыш февраль каникулдары көтөлә — 23-нән 25-нә тиклем, мартта — 8-нән 11-нә ҡәҙәр, майҙа — 29 апрелдән 2 майға тиклем.

Еңеү көнөндә — ял бер генә көн, 9 май шаршамбыға тура килә.

Июндә өс ял көнө көтөлә — 10-нан 12-нә тиклем, ноябрҙә иһә 3-нән 5-нә ҡәҙәр.

Шулай уҡ шәмбе 28 апрелдәге, 9 июндәге һәм 29 декабрҙәге ял көндәрен дүшәмбе 30 апрелгә, 11 июнгә һәм 31 декабргә күсереү күҙаллана.

«Российская газета» баҫмаһы яҙыуынса, 2018 йылда рәсәйҙәр 28 өҫтәмә ял көнө аласаҡ. Ысынында иһә был — икенсе отпуск.
Читайте нас