Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
14 Июнь 2017, 07:24

Баш ҡалала Шиғриәт байрамы үтте

12 июндә Өфөләге Мостай Кәрим исемендәге скверҙа Рәсәй көнөнә, Салауат Юлаевтың 263 йыллығына һәм Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ һалыуҙың 443 йыллығына арналған Шиғриәт байрамы үтте. Баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, сарала Башҡортостан шағирҙары һәм яҙыусылары, Йәш тамашасы театры артистары, республиканың тасуири уҡыусылар бәйгеләре лауреаттары һәм дипломанттары, муниципаль китапханалар хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

Ямғыр ҡала халҡына һәм уның ҡунаҡтарына музыкаль номерҙарҙы ҡарарға һәм ижади сығыштарҙы тыңларға ҡамасаулай алманы. Шиғриәт байрамында ҡатнашыусылар был сара Өфөлә, бәлки, традицион Шиғриәт көнөнә әйләнәсәгенә ышаныс белдерҙе.

Читайте нас