Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
9 Июнь 2017, 07:53

Өфөлә Рәсәй көнөндә ат-спорт байрамы үтәсәк

Өфөлә 12 июндә Таһир Күсимов исемендәге «Аҡбуҙат» ипподромында Рәсәй һәм ҡала көндәренә арналған ат-спорт байрамы үтә. Өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары иң яҡшы һыбайлылар һәм жокейҙар ҡатнашлығындағы мауыҡтырғыс ат сабыштарын, Башҡортостандың һәм күрше төбәктәрҙең иң йүгерек аттарын күрәсәк. Рәсәй көнө хөрмәтенә ғәҙәттәгесә бүләктәр, юртаҡ һәм һыбайлы аттар өсөн башҡа дәрәжәле бүләктәр уйнатыласаҡ. Республиканың балалар ижади коллективтарының концерты буласаҡ. Байрам көндөҙгө сәғәт 1-ҙә башлана. Инеү ирекле. Өлкәндәр һәм балалар өсөн аттарҙа бушлай йөрөтөү ойоштороласаҡ.

Читайте нас