— Бөгөнгө наградаларығыҙ менән ысын күңелдән ҡотлайым. Уларға һеҙ лайыҡлы. Хеҙмәтегеҙ менән көн һайын яҡшы эшләүегеҙҙе һәм артығыҙҙан үҫеп килгән быуынды, үҙегеҙ эшләгән хеҙмәт коллективтарын алып барыуығыҙҙы дәлилләйһегеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Коллективтарығыҙ ҙа тырышып эшләй. Республикабыҙҙағы кеүек барыһы ла планға ярашлы бара. Ул сәнәғәт етештереүҙең үҫешенә, һалым керемдәренең артыуына ла ҡағыла. Тимәк, барыһы ла ышаныслы. Иң мөһиме, беҙ алға хәрәкәт итәбеҙ. Бөтәбеҙ ҙә бергәләп тағы ла әүҙемерәк эшләһәк, был аҙымдар тағы ла әһәмиәтлерәк буласаҡ. Башҡа сара юҡ.
Бөгөн награданы Башҡортостан Кинематографистар союзы рәйесе Фәрит Ғәбитов алды. Ул башҡорт милли киносәнғәтенең аяҡҡа баҫыуына һәм үҫешеүенә тос өлөш индергәне өсөн Салауат Юлаев орденына лайыҡ булды. Үҙенең телмәрендә ул республика кинематографының ҡаҙаныштары хаҡында һөйләне һәм төбәк Башлығына бөгөн яңы фильмдар төшөрөргә мөмкинлек биргән гранттар өсөн рәхмәтен белдерҙе.
— Һуңғы йылдарҙа республика кинематографы көс туплай. Быйыл биш-алты йыл эсендә тәүге тапҡыр тамашасы хөкөмөнә бер юлы ике тулы метражлы фильмды тәҡдим иттек. 30-лаған фильм төрлө фестивалдәрҙә ҡатнашты һәм приздарға лайыҡ булды. Дүрт кинематографисыбыҙҙың республиканың абруйлы исемдәре менән билдәләнеүен иғтибар билдәһе тип иҫәпләйем, – тине Фәрит Ғәбитов. – Әммә иң мөһиме – ул гранттар системаһы, уларҙың иҫәбенә беҙҙә яңы фильмдар төшөрөлә.