Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
9 Июнь 2017, 08:00

Башҡортостан “Берҙәмлек”кә саҡыра

7-һенән 12 июнгә тиклем Башҡортостанда “Берҙәмлек” халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивале уҙа. Сара республиканың төньяҡ-көнсығышында барасаҡ. Халыҡ-ара фестиваль делегаттарын Дыуан, Ҡыйғы, Мәсетле, Салауат, Балаҡатай райондары һәм Өфө ҡабул итәсәк. Унда Ҡытай, Эстония, Көньяҡ Корея, Сербия, Һиндостан, Көньяҡ Африка Республикаһы, Шри-Ланка, Колумбия, Мексика, Иран һәм Ҡаҙағстан ҡунаҡтарының килеүе көтөлә.

Фестиваль программаһында – ҡатнашыусыларҙың концерт турҙары, биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәләре һәм танышыу кисәләре.

Тәүге көндә Дыуан районында тантаналы асыу сараһы булды. 8 июндә фестиваль хәрәкәте Ҡыйғы районына күсте, артабан иһә Мәсетле төбәгендә дауам итә. Унда сит ил артистары менән бергә “Төбәк-ара ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр бәйгеһе”ндә еңеүселәр сығыш яһаясаҡ.

10 июндә фестиваль Салауат районына йүнәлә. Был йәһәттән унда “Салауат йыйыны” фольклор байрамы үткәреү ҡаралған. Шулай уҡ “Һомай-2017” республика башҡорт костюмы фестивале ойошторола.

11 июндә фестиваль Балаҡатай районына аяҡ баҫа. Әйткәндәй, бында 9-11 июндә “Төбәк-ара урыҫ йыры һәм таҡмаҡтары байрамы” ла үтә. Ә Өфөлә уҙасаҡ гала-концерт сараның төп өлөшө буласаҡ.
Читайте нас