«Журфест-2017»
16 июндә Октябрьский ҡалаһындағы «Өйәҙе-Тау» комплексында «Журфест-2017» республика журналистарының йәйге фестивале ойошторола. Уның темаһы иғлан ителгән: «Мин — журналист!». Ул Башҡортостан Журналистар союзының 60 йыллығына бағышлана. Сара иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана.