Йәнтөйәк
-1 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
16 Октябрь , 09:53

Ҡариҙел районында һигеҙ мең ағас ултыртылды

Акцияға 100-ҙән ашыу кеше, шул иҫәптән хеҙмәт коллективтары, студенттар һәм урындағы халыҡ ҡушылды.    

Ҡариҙел районында һигеҙ мең ағас ултыртылды
Ҡариҙел районында һигеҙ мең ағас ултыртылды

“Экологик именлек” милли проекты (национальный проект “Экологическое благополучие”) ярҙамында Башҡортостандың Ҡариҙел районында “Урманды һаҡлайыҡ” акцияһы үтте. Ҡатнашыусылар һигеҙ мең йәш шыршы ултыртты, тип хәбәр иттеләр республиканың Урман хужалығы министрлығынан.

Сара Байҡыбаш ауылы янында ике гектар майҙанда уҙған. Акцияға 100-ҙән ашыу кеше, шул иҫәптән хеҙмәт коллективтары, студенттар һәм урындағы халыҡ ҡушылған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, акцияның көҙгө миҙгелендә теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн бөтә кәрәкле мәғлүмәт “Урманды һаҡлайыҡ” сайтында бар.

“Экологик именлек” милли проекты тирә-яҡ мөхит тураһында хәстәрлек күрә һәм уны кешеләр өсөн уңайлы итә. Эш бер юлы бер нисә йүнәлеш буйынса бара: ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу һәм эшкәртеү өсөн инфраструктура булдырыу, сүплектәрҙе бөтөрөү һәм һыу ятҡылыҡтарын таҙартыу, урмандарҙы һаҡлау, атмосфераға ташландыҡтарҙы кәметеү, экологик туризмды үҫтереү һәм биологик төрлөлөктө һаҡлау. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: freepik

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас