Йәнтөйәк
-1 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
20 Август , 16:12

23 ауыл халҡы рәхәтләнеп һөйләшә ала

Асҡын районының Яңы Бағаҙы һәм Төлгөҙбаш, Йәрмәкәй районының Яңы Шах, Ҡариҙел районының Подлуб, Салауат районының Иҙрис, Федоровка районының Покровка һәм башҡа ауылдарында селтәргә тоташыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде. 

23 ауыл халҡы рәхәтләнеп һөйләшә ала
23 ауыл халҡы рәхәтләнеп һөйләшә ала

Элемтә операторы Башҡортостандың 23 ауылын юғары тиҙлекле интернет менән тәьмин итте. Был хаҡта республиканың Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығында хәбәр иттеләр. Элемтә һәм интернет үҫеше «Мәғлүмәт иҡтисады һәм дәүләтте һанлы үҙгәртеп ҡороу» милли проектының (национальный проект «Экономика данных и цифровая трансформация государства») маҡсаттарына яуап бирә.

Асҡын районында Яңы Бағаҙы һәм Төлгөҙбаш, Йәрмәкәй районында Яңы Шах, Ҡариҙел районында Подлуб, Салауат районында Иҙрис, Федоровка районында Покровка һәм башҡа ауылдарҙа селтәргә тоташыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде.

– Интернетҡа инеү өсөн база станцияларын урынлаштырыуҙы элемтә операторы «Һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү 2.0» федераль проектына ярашлы тормошҡа ашыра. Был ауылдар 500-гә тиклем кеше йәшәгән бәләкәй тораҡ пункттар булып һанала. Мобиль интернет менән ҡулланыу мөмкинлеге әлеге ваҡытта социаль ихтыяж булып тора һәм хәҙер был ауылдарҙа йәшәүселәр дәүләт хеҙмәттәре менән файҙалана, онлайн уҡый, яҡындары менән аралаша ала, – тип билдәләне Башҡортостан республикаһы дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.

Оператор яңы ҡорамалдар ҡуйыу һәм булғандарын модернизациялау буйынса эшмәкәрлеген дауам итәсәк. Төҙөлгән база станциялары заманса мобиль элемтә менән тәьмин итә.

- «Һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү 2.0» федераль проектына ҡушылғандан алып ике йыл үтте һәм ошо ваҡыт эсендә программаға ярашлы республиканың 250-гә яҡын бәләкәй ауылында юғары тиҙлекле 4G-ны булдырҙыҡ, – тип һөйләне "Билайн"дың Өфө бүлексәһе директоры Максим Тюрихин.

Фото: fotobank02.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Автор:
Читайте нас