Ҡариҙел районының Магинск ауылында автосервис асыла. Автотранспорт сараларын ремонтлау һәм тәгәрмәсле монтажлау үҙәген булдырыу буйынса проект “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты маҡсатына ярашлы үткән эшҡыуарлыҡ сәғәтендә ҡаралды.
Алик Миңлеғәлиев ҡуртымға алынған бинала яңы ҡорамалдар, шул иҫәптән аквабласт-ҡоролма һәм компрессор ҡуйырға, шулай уҡ автойыуыу ҡорамалдары асырға ниәтләй, был иһә күрһәтелгән хеҙмәттәр спектрын киңәйтәсәк. Эшҡыуар транспорт сараларын сифатлы хеҙмәтләндереү һәм тейешле кимәлдә тотоу урындағы халыҡ өсөн кәрәклеген аңлай. Был айырыуса автомобилдәр һаны артыу шарттарында көнүҙәк. Социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам программаһы буйынса ярҙам һорап, ул үҙ пландарын тормошҡа ашырыу өсөн финанс ярҙамына иҫәп тота.
"Райондың һул яры өсөн ошо сервистың әһәмиәтле булыуын иҫәпкә алып, проекттың уңышлы үҫешеү өсөн бөтә мөмкинлектәре лә бар. Әлеге сервисты булдырыу урындағы клиенттарҙың ихтыяжын ҡәнәғәтләндереп кенә ҡалмай, яңы эш урындары ла булдырасаҡ, тип көтөлә. Проекттың инициатора ярҙам итербеҙ һәм уны оҙатып йөрөрбөҙ”, – тине Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин.
Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Ҡариҙел районы хакимиәте.
Автор:Альфия Мингалиева