Йәнтөйәк
-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
2 Сентябрь , 11:26

Милли проект буйынса балалар майҙансығы төҙөлгән

Ҡариҙел районы үҙәгендәге Багазка биҫтәһендә йәшәүселәр ҡыуана - балалар өр-яңы майҙансыҡта уйнаясаҡ!     

Милли проект буйынса балалар майҙансығы төҙөлгән
Милли проект буйынса балалар майҙансығы төҙөлгән

Уйын майҙаны "Демография" милли проектын ғәмәлгә ашарыуға ярашлы барлыҡҡа килгән. бында бәләкәстәргә лә, үҫмер балаларға ла уңайлыҡтар етерлек - бәүелсәктәр, таусыҡтар, турниктар...

Ата-әсәләр ҙә ҡәнәғәт. Был биҫтәлә балалар күп. Уйын майҙансығы кәрәк ине, хәҙер байрамдар ҙа ошонда үтәсәк, ти өлкәндәр.

Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин белдереүенсә, яңы биләмә шатлыҡ, ижади башланғыстар, файҙалы ваҡыт үткәреү өсөн хеҙмәт итәсәк.

Фото: Администрация МР Караидельский район РБ.

Автор:Алһыу Ишемғолова

Йәшлек

Милли проект буйынса балалар майҙансығы төҙөлгән
Милли проект буйынса балалар майҙансығы төҙөлгән
Автор:
Читайте нас: