Борай районы хакимиәтендә етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар иҫәбенә ингән Илгиз Илдус улы Зиннәтуллинға торлаҡ һатып алыу өсөн сертификат тапшырылды. Торлаҡ шарттарын яҡшыртыу шулай уҡ “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты маҡсаттарына һәм бурыстарына тап килә.
Илгиз 13 йәшенән опекундар ғаиләһендә тәрбиәләнгән. Ул мәктәпте уңышлы тамамлай һәм урта махсус белем ала, һуңынан Рәсәй армияһы сафында хеҙмәт итә. Хеҙмәттән һуң Илгиз эшкә урынлаша һәм тормошон ҡора башлай. Хәҙер уның бик яҡшы ғаиләһе бар, ҡатыны менән улар ҡыҙ тәрбиәләй. Алынған сертификатҡа Илгиз Нефтекамала торлаҡ һатып алырға уйлай.
Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Ғимир Нуретдинов ҡотлау телмәре менән сығыш яһаны. Ошо әһәмиәтле көндә Илгизде ҡотларға уның опекундары ла килгәйне.
Был миҫал дәүләттең етем балаларға яңы тормош башларға һәм йорт табырға ярҙам итеүен күрһәтә.
"Беҙ һәр кешенең үҙ торлағын һатып алыу мөмкинлеге булыуын теләйбеҙ. Унда йылы, яҡты һәм уңайлы булырға тейеш. Илгизде ҡотлайбыҙ! Был районыбыҙ өсөн бик мөһим ваҡиға, ул Зиннәтуллиндар ғаиләһенә торлаҡ шарттарын яҡшыртырға ярҙам итәсәк. Ошо мөһим аҙымды ғәмәлгә ашырыуҙа уңыштар теләйбеҙ”, - тип билдәләне Борай районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Ғимир Нуретдинов.
Билдәле булыуынса, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Борай районы хакимиәте.
Автор:Альфия Мингалиева