“Еңеү” паркы бер кемде лә битараф ҡалдырмай
Һәр кемдең йәшәү өсөн уңайлы, матур, хәүефһеҙ мөхиттә йәшәгеһе килеүе бәхәсһеҙ. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика етәксеһе вазифаһында эш башлаған осорҙа уҡ ошо мәсьәләгә етди иғтибар йүнәлтеп, уңайлы ҡала мөхите һәм йәшәү шарттары булдырыуҙың мөһимлеге тураһында белдерҙе. Муниципалитеттарҙың үҫеш программаһын тормошҡа ашырғанда тораҡтарҙың тышҡы йөҙөн, ихаталарҙы, йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү мәсьәләһен күтәреп, был эшкә ҙур иғтибар бирәсәктәрен әйтте. Финанслауҙа халыҡтың үҙенең ҡатнашыуы, федераль бюджет средстволарын йәлеп итеү уңайлы йәшәү шарттарын булдырырға ярҙам итәсәк.
Республикала 2019-2024 йылдарҙа парктар, скверҙар, ял зоналарын төҙөкләндереү, инфраструктураны яңыртыу буйынса байтаҡ эш башҡарылды. Шуныһы мөһим, халыҡ проекттарҙа ҙур теләк менән ҡатнаша.
Асҡын ауылы үҙәгендә урынлашҡан “Еңеү” паркы эргәһендә йәмле көндәрҙең береһендә ошо районда тыуып үҫкән Мөршиҙә Хәсәнова менән таныштыҡ. Ул ошо яҡ ҡыҙы булыуына, төбәкте яҡшы белеүенә ҡарамаҫтан, Асҡында һуңғы йылдарҙа барлыҡҡа килгән үҙгәрештәр уны ла һоҡландырып, хатта бер аҙ аптыратып ҡуя.
– Минең тыуған яғыма ҡайтып эш башлауыма ете йыл. Быға тиклем Салауат районында донъя көттөм. Ошо ваҡыт эсендә Асҡындың күҙгә күренеп яңырыуын, матур биналар, ял урындары барлыҡҡа килеүен күреп, сикһеҙ һөйөнәм. Бына яңыртылған, үҙгәртеп ҡоролған “Еңеү” паркын тағы бер ҡат әйләнеп сыҡтым әле. Яугирҙәр, хәрбиҙәр иҫтәлеген, ил тарихын һаҡлаған парк өсөн бары ғорурланырға мөмкин, – ти ысын күңелдән Мөршиҙә Хәсәнова. – Был парк бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ, тип уйлайым. Ошондай ҙур эште башҡарған, планлаштырған республика һәм район етәкселәренә рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ.
Асҡын иҫ киткес матур тәбиғәте һәм ял итеү урындары менән айырылып торған төбәк. “Еңеү” паркы тап шундай иҫтәлекле урындарҙың береһе, яҡташтарҙы ғына түгел, төбәккә юлы төшкән ҡунаҡтарҙы һәм туристарҙы йылдың һәр миҙгелендә, һис шикһеҙ, үҙенә йәлеп итәсәк.
“Беҙ ултыртҡан ағастар хәтерҙе яңыртып торор...”
Бынан ике йыл элек “Еңеү” паркында Граждандар һуғышында һәләк булған ҡыҙыл армеецтарҙың туғандар ҡәберлегендә яңыртылған һәйкәл асылған. Бик тулҡынландырғыс сара булды, ти унда ҡатнашыусылар. Свердлов өлкәһенән ошонда ерләнгән ҡыҙыл армеецтың бүләсәре килеүе көтөлмәгән ваҡиға булған.
Асҡында“Еңеү” аллеяһын ултыртыу ҙа ошо оло эштәрҙең дауамы. Бер километр оҙонлоғондағы аллеяны шыршы һәм ҡайын ағастары биҙәй. Ойошма, предприятие һәм учреждениеларҙың йөҙгә яҡын хеҙмәткәре ,“Йәшел Башҡортостан” акцияһына ярашлы, мөһим эште башҡарып сыҡҡан. “Был аллеяны беҙ махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташ егеттәребеҙгә бағышлайбыҙ. Уларҙың тиҙерәк тыуған яғыбыҙға әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ. Беҙ ултыртҡан ағастар йәшәүгә көс алып үҫеп китһен, улар асҡындарҙың бер генә быуынын шатландырмаҫ”, – тип билдәләгәйне район хакимиәте башлығы Динис Йосопов.
Район халҡы төбәк күркәмлеген һаҡлау, тәбиғәтте хәстәрләү маҡсатында өмәләр ойоштора. Бындай саралар йәштәрҙә матур, йәмле донъяла йәшәү теләген тәрбиәләйәсәк, үҙең тыуып үҫкән ерҙең шәхси тырышлығың, көс һалыуың арҡаһында нурланып, балҡып китеүен күреү ҙур шатлыҡ тойғолары уятыуы бәхәсһеҙ.
Еңеү көнөндә махсус хәрби операцияла һәләк булғандар иҫтәлегенә “Хәтер аллеяһы” асыу моңһоу, тулҡынландырғыс күренеш булһа ла, ул һәр кем өсөн мөһим ваҡиға. Батыр яҡташтарҙың исемдәре, улар тураһындағы иҫтәлектәр Ватанға тоғролоҡтоң өлгөһө булып йәшәйәсәк.
Ауылдаштарҙың ял итер урыны бар
“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһына ярашлы, Асҡын ауылында “Ғаилә” ял паркы үҙгәртеп ҡоролдо. Был йәмәғәт киңлеген булдырыу өсөн райондың өс меңдән ашыу кешеһе тауыш биргәйне. Хәҙер ул – райондың йөҙөк ҡашы, биләмәне биҙәгән сәскәләр һәм ҡыуаҡлыҡтар, төнөн баҙлап янған заманса лампалар, майҙан уртаһындағы “бәпембәнең” йәйғор төҫтәренә инеп нур һибеүе, уңайлы эскәмйәләр, йәйәүлеләр өсөн тротуарҙар асҡындарҙың да, ҡунаҡтарҙың да иғтибарын тарта. Парк мәҙәни, спорт, балалар, йәшел һәм илһөйәрлек зоналарына бүленгән.
Ошо уҡ программа буйынса 2-се мәктәп эргәһендә төҙөлгән “Юбилей”стадионы ла асҡындарҙың яратҡан урыны хәҙер. Йәштәр һәм үҫмерҙәр өсөн бына тигән футбол майҙаны әҙер, заманса йүгереү юлы йомшаҡ япма меән ҡапланған, тамашасылар өсөн трибуна бар, төнөн стадион яҡтыртыла. Ауылдың үткәне менән яҡшы таныш ветерандар әйтеүенсә, үткән быуаттың һикһәненсе йылдарында ваҡытында ремонтлай алмау һөҙөмтәһендә стадион аҡрынлап статусын юғалта. Әле “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты ярҙамында, республика һәм район етәкселеге, тыуған төбәгенә битараф булмаған асҡындар тырышлығы менән стадиондың икенсе һулыш алыуы шатлыҡлы күренеш. Йәштәр был мөһим эште күрер һәм баһалар, тигән өмөттәбеҙ.
Ә бына былтыр төҙөлгән балалар майҙансығында сыр-сыу килеп уйнаған малайҙар, кескәй генә булһалар ҙа, төҙөүселәрҙең һәм улар тураһында хәстәрлек күргән етәксе ағайҙарҙың эшенә юғары баһа бирҙе. “Беҙ көн һайын дуҫтар менән йыйылып ошонда уйнайбыҙ. Бәүелсәк, шыуғалаҡ тау, турник, карусель, ҡом – барыһы ла беҙгә оҡшай. Шундай матур уйын майҙаны бар беҙҙең хәҙер, ватмаһындар ғына инде. Ниндәй матур күпер эргәбеҙҙә генә, ҡарағыҙ! – тип, улар Бурминка йылғаһының ике ярын тоташтырған күпергә ымланы. Баҡһаң, быйыл “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проектына ярашлы, Пионер урамында, томбойоҡтар менән ҡапланған тын ғына йылғаның һул яҡ ярында төҙөкләндереү эштәре башланған. Экскавторсы Алексей Шумков әйтеүенсә, ял итеү өсөн бик матур урын булмаҡсы, яр буйы яҡтыртыласаҡ, эскәмйәләр ҡуйыласаҡ. Тәбиғәт матурлығы менән һоҡланып, саф һауа һулап, илһамланып ултырырға яҡшы форсат был. Сираттағы төҙөлөш эштәренең дә уңышлы тамамланырына, иң мөһиме, халыҡ күңеленә хуш килеренә, йәмғиәткә файҙа килтереренә ышанабыҙ.
Район башлыҡтарының эшмәкәрлеге республика халҡы өсөн уңайлы шарттар булдырыу буйынса саралар һөҙөмтәһенә ҡарап баһаланасаҡ, шул иҫәптән федераль бюджет средстволарын йәлеп итеү дәрәжәһе лә иҫәпкә алынасаҡ.
– Беҙҙең бурыс – төрлө программалар буйынса федераль средстволарҙы йәлеп итеү өҫтөндә эшләү. Күләмле проекттарҙы төбәк, муниципалитеттар көсө менән генә тормошҡа ашырырға ярамай, – тип билдәләне кәңәшмәләрҙең береһендә республика етәксеһе Радий Хәбиров.
Йәшәү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу, тораҡтарҙың йөҙөн яңыртыу, йәмәғәт киңлектәрен булдырыу, ысынлап та, ҙур финанс сығымдары, көс һәм теләк талап иткән күләмле эш. Быйыл республикала “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһы буйынса 123 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндереләсәк. Уларҙың яртыһы – ауыл ерендә. Был хаҡта социаль селтәрҙә Радий Хәбиров хәбәр итте. Һуңғы биш йылда был программа буйынса 700-гә яҡын объект яңыртылды.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.
Автор:Дина Арсланова