Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
29 Сентябрь 2023, 09:27

Уңайлыҡ һәм матурлыҡ урыны

Нефтекамала милли проект ярҙамында йәнә бер заманса йәмәғәт биләмәһе барлыҡҡа килде.

Нефтекамала “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты сиктәрендә “Мираҫ” картиналар галереяһы янында яңы йәмәғәт киңлеге асылды. Майҙанды үҙгәртеү идеяһы 2021 йылда барлыҡҡа килгән. Һуңынан “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” проекты сайтында тауыш биргән 17 меңдән ашыу ҡала халҡы был идеяны хуплаған.

Майҙаны ете мең квадрат метрҙан ашыу булған биләмә танымаҫлыҡ булып үҙгәргән.  Яңы йәмәғәт киңлеге бөтә йәштәге нефтекамаларҙы тартып торорға тейеш. Бында ваҡытты күңелле үткәреү өсөн кәрәк булған бөтә нимәне табырға мөмкин: йәйәү йөрөү һәм балалар зонаһы, ял итеү өсөн эскәмйәләр, спорт майҙансығы һәм хатта памп-трек – экстремаль спорт төрҙәрен яратыусылар өсөн ысын табыш.  Ул 300 метрлыҡ трассанан һәм бер нисә зонанан тора. Бында велосипед, роликлы конькиҙа, скейтбордта йәки самокатта йөрөргә мөмкин. Трассаның ҡоролошо трюктар башҡарырға ярҙам итә.

Яңы йәмәғәт киңлеге экстрим яратыусылар өсөн генә түгел. Бында күргәҙмәләр, музыкаль фестивалдәр һәм ижади осрашыуҙар үткәреү планлаштырыла. Паркты асыу тантанаһында ҡала музыканттары ҡунаҡтарға һәм Нефтекама халҡына ысын байрам бүләк итте. Ҡаланың өҫтәмә белем биреү учреждениелары уҡыусылары иң яҡшы композицияларын башҡарҙы, барабансылар мәктәбе оҫталыҡ дәресе үткәрҙе, ә балалар һынлы сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре пленэрға сыҡты.

"Ҡалабыҙ өсөн ошо киңлекте асыу – ысын байрам. Хәҙер беҙҙә уңайлы ҡала мөхитендә булыу һәм саф һауала матур йыһазландырылған паркта буш ваҡытты үткәреү мөмкинлеге бар. Был урын уңайлылыҡ һәм ял нигеҙе булһын", – тип билдәләй Нефтекама халҡы.

Билдәле булыуынса, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите" (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Нефтекама ҡалаһы хакимиәте.

Автор:Альфия Мингалиева
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-09-28/u-ayly-m-maturly-uryny-3458096
Автор:
Читайте нас: