Йәнтөйәк
-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
29 Сентябрь 2023, 09:23

Һөт һыйырҙары махсус ҡараш талап итә

"Беҙгә грант программаһы ныҡ ярҙам итте, еңгән аҡсаға ҡара-ала тоҡомло һыйырҙар һатып алдыҡ", - ти фермер.     

Ҡыйғы районының Ҡурғаш ауылынан Вилина Ғәйнуллина һөт малсылығы өлкәһендә үҙ бизнесын башлап ебәрҙе. Тәүҙә ул “Агростартап” грант программаһында ҡатнашып, дәүләт ярҙамына лайыҡ булды. Ул “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проекты сиктәрендә “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары акселерацияһы” төбәк проекты буйынса тормошҡа ашырыла.

Башланғыс уңышлы булып сыға, фермер 2,5 миллион һумдан ашыу күләмдә грант отто. Бүленгән аҡсаға хәләл ефете Роберт менән бергә 25 баш ҡара-ала тоҡомло башмаҡ һатып алғандар.

– Һәр эшҡыуар тоҡомло мал һатып алыуҙың ҙур финанс һалыуҙар талап итеүен белә. Беҙгә грант программаһы ныҡ ярҙам итте, еңгән аҡсаға ҡара-ала тоҡомло һыйырҙар һатып алдыҡ. Тап ошо тоҡомдо һайланыҡ, сөнки ул юғары һөт етештереүсәнлеге менән айырылып тора, – тине Вилина Ғәйнуллина.

Ғәйнуллиндар фермаһында мал үрсетеү өсөн бөтә кәрәкле шарттар булдырылған. Участкала 100 баш эре малға иҫәпләнгән ябыҡ бина һәм мал аҙығы әҙерләү өсөн кәрәкле матди-техник база бар.

Фермерҙар малдарҙы ашатыу рационы бөтә параметрҙар буйынса тап килергә тейешлеген аңлай. Шуға күрә Вилина хәләл ефете менән бергә аҙыҡты үҙҙәре әҙерләй. Киләсәктә алдарына һыйырҙар һанын һәм һөт етештереү күләмдәрен арттырыу бурысын ҡуялар.

Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам" (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Ауыл хужалығы министрлығы.

 

Автор:Альфия Мингалиева
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-09-28/t-yyyr-ary-mahsus-arash-talap-it-3458101
Автор:
Читайте нас: