Йәнтөйәк
-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
29 Сентябрь 2023, 09:20

Башҡортостанда он экспорты һиҙелерлек артҡан

Он төбәктән Таможня союзы, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе, элекке Советтар Союзы республикалары илдәренә сығарыла.

Ағымдағы йылдың һигеҙ айында етештереүселәр 3,9 мең тонна бойҙай һәм арыш оно экспортлаған - был 2022 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда өс тапҡырға тиерлек күберәк, тип хәбәр итә Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Он төбәктән Таможня союзы, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе, элекке Советтар Союзы республикалары илдәренә сығарыла. Экспорт игененең бөтә партияларын тулы күләмдә һынау Россельхознадзор ҡарамағындағы “ВНИИЗЖ” федераль дәүләт бюджет учреждениеһының Башҡортостан һынау лабораторияһында үтте. Бөтә карантин продукцияны импортлаусы илдәрҙең - Азербайжан, Әрмәнстан, Грузия, Ҡаҙағстан, Төркмәнстан һәм Үзбәкстан - талаптарына тап килә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, төбәктә "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проектының (национальный проект "Международная кооперация и экспорт") Башҡортостан Республикаһында агросәнәғәт комплекты продукцияһын экспортлау" проекты эшләй, уның төп маҡсаты - экспорт өлөшөн, шул иҫәптән ауыл хужалығы продукцияһын арттырыу.

Быйыл һигеҙ айҙа Башҡортостан агросәнәғәт комплекты продукцияһын экспортлауҙың дөйөм күләме 190 миллион доллар тәшкил иткән. Билдәләп үтәйек, он экспорты тотош ил буйынса арта. Рәсәй бойҙайҙы иң эре экспортлаусы статусын раҫлап ҡына ҡалмай, сит илдәргә иген эшкәртеү продукттарын һатыуҙы ла арттыра.

Дуҫ илдәр менән хеҙмәттәшлекте нығытыу Башҡортостанға Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары буйынса ҡабул ителгән "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проектын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. 

Автор фотоһы.

Автор:Рәмилә Мусина
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-09-29/bash-ortostanda-on-eksporty-i-elerlek-art-an-3458411
Автор:
Читайте нас: