Яңауыл районынан махсус хәрби операция үткәреү зонаһына яҡташ хәрби хеҙмәткәрҙәр өсөн гуманитар йөк оҙатылды. Тантананы ойоштороуҙа мәктәп уҡыусылары һәм ирекмәндәр әүҙем ҡатнашты. Сара "Мәғариф” милли проектының “Рәсәй Федерацияһы граждандарын патриотик тәрбиәләү" проектының маҡсаттарына тап килә.
Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бөтә кәрәкле әйберҙәр һәм продукттар, атап әйткәндә, мейестәр, мунса таштары, маскировка селтәрҙәре, канистрҙар, 12 исемле посылка йыйылған. Ойоштороусылар булып райондың ҙур предприятиелары һәм ойошмалары сығыш яһаны. Хәйриә иҫәбенән шулай уҡ йоҡо тоҡтары, итектәр, электр утын бысҡыс, уға дисктар һатып алынды.
“Яңауыл районы халҡы махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән үк яугирҙәребеҙгә, тимәк, бөтә Рәсәйгә ярҙам күрһәтә. Тыл һәр саҡ фронтҡа ярҙам иткән һәм был - уның изге бурысы. Хәрбиҙәребеҙ – беҙҙе яҡлаған ҡалҡан, ә беҙ – ҡалҡан тотҡан ҡул. Башҡаса булыуы мөмкин түгел. Тик шулай ғына еңеү яуланырға тейеш”, – тип билдәләне ойоштороусылар.
Билдәле булыуынса, “Мәғариф" (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Яңауыл районы хакимиәте.