Йәнтөйәк
-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
28 Сентябрь 2023, 14:13

Экспортсыларҙың дүрттән бер өлөшө "Бер тәҙрә" системаһын ҡуллана

Быйыл беҙҙең дүрт предприятие конкурстың округ этабында өс 1-се һәм бер 2-се урын яуланы.

Башҡортостандың 350-нән ашыу экспортлаусы предприятиеһы Рәсәй Экспорт үҙәгенең "Бер тәҙрә" мәғлүмәт системаһын файҙалана. Был төбәк экспортерҙарының дөйөм һанынан дүрттән бер өлөшөн тәшкил итә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығынан.

Башҡа илдәр менән бизнес өлкәһендә үҙ-ара эш итеү проблемалары "Экспорт профессионалдары" түңәрәк өҫтәле сиктәрендә тикшерелде. Уны төбәктең профилле ведомствоһы, Башҡортостандың экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге һәм Рәсәй экспорт үҙәгенең Өфөләге вәкиллеге ойошторҙо.

Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева: "2017 йылдан Башҡортостанда экспортлаусы предприятиелар һаны 73 процентҡа артҡан, 2022 йылда - 733-тән 1273 берәмеккә тиклем. Улар араһында 95 проценты сеймал һәм энергетик булмаған тауарҙар экспортҡа сығарылған. Был күрһәткесте беҙ, 2019 йыл менән сағыштырғанда, 35 процентҡа яҡшыртыуға өлгәштек.

Бындай ыңғай үҫешкә Рәсәй Экспорт үҙәге менән тығыҙ бәйләнеш һөҙөмтәһендә өлгәшә алдыҡ. Унда "Йыл экспортсыһы" конкурсының төбәк этабы үтә. Быйыл беҙҙең дүрт предприятие конкурстың округ этабында өс 1-се һәм бер 2-се урын яуланы. Был эшҡыуарҙарыбыҙҙың тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек өлкәһендә юғары компетенцияһын күрһәтә".

Рәсәй Экспорт үҙәгенең "Экспорт профессионалдары" сервисы һәм уның инструменттары түңәрәк өҫтәлдең төп темаһы булды. Фекер алышыу "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проектының (национальный проект  "Международная кооперация и экспорт") маҡсаттарын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үтте.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был милли проект ил Президенты В.В. Путиндың указы менән раҫланды һәм үҙ эсенә ошондай маҡсаттарҙы ала: 2024 йылға хеҙмәттәр экспорты күләмен 1,7 тапҡырға арттырыу планлаштырыла, ә эшкәртеү сәнәғәте продукцияһы һәм ауыл хужалығы продукцияһы экспортының илдең тулйым эске тауары өлөшө 20 процентҡа тиклем арттырылырға тейеш.

Фото: Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығынан.

Автор:Рәмилә Мусина
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-09-28/eksportsylar-y-d-rtt-n-ber-l-sh-ber-t-r-sistema-yn-ullana-3456675
Автор:
Читайте нас: