Асҡар үҙәк район дауаханаһына, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, ике “УЗИ-Электрон” ультратауыш аппараты алынды. Ике ай эсендә 160-тан ашыу тикшереү үткәрелгән, шул иҫәптән, ике онкология осрағы асыҡланған.
Ультратауыш диагностикаһы донъяла утыҙ йылдан ашыу файҙаланыла. Ошо осор эсендә ул ҙур аҙым менән алға китте. Яҡшы сифатлы визуализация, һүрәтте эшкәртеүҙең алдынғы технологиялары ҡорамалды төрлө өлкәлә ҡулланырға ярҙам итә. Акушерлыҡ, гинекология, урология, эхокардиография, онкология, маммология өлкәләрендә ул уңышлы файҙаланыла.
–Яңы ультратауыш аппараттары аныҡ, юғары сифатлы һүрәттәр бирә. Функциялары киң булыуы диагностик тикшереү барышында бәләкәй генә патологик үҙгәрештәрҙе танырға мөмкинлек бирә, – тип фекере менән уртаҡлашты ультратауыш диагностикаһы табибы Лиана Хәлилова.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.