Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
26 Сентябрь 2023, 16:14

Белоретта күпер ремонтлана

Уның оҙонлоғо 30 метрға яҡын

Белорет районының Инйәр ауылынан йыраҡ түгел Ҡамайылға йылғаһы аша күпер ремонтлау дауам итә, тип хәбәр итә Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы.

“Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә (национальный проект “Безопасные качественные дороги”) башҡарылған ремонт эштәрен быйыл дүртенсе кварталда тамамлау ниәтләнә. Күперҙең дөйөм оҙонлоғо 29 метрға етә.

 Бөгөнгө көндә подрядсылар яр терәүҙәрен ремонтлауҙы һәм башҡа эштәрҙе теүәлләгән. Ремонт ваҡытында автотранспорт хәрәкәте бер һыҙат буйынса ғына башҡарыла.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Ғафури районында ла Ағиҙел йылғаһы аша күпер ремонтлау тамамланыуға бара. Уның оҙонлоғо 406 метрға етә. Был эш тә “”Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә алып барыла. Был күпер быйыл республикала ремонтлау планлаштырылған күперҙәр араһында иң ҙуры.

 Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса булдырылған.

фото: Башинформ.

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-09-26/beloretta-k-per-remontlana-3453918
Автор:
Читайте нас: