Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
22 Сентябрь 2023, 09:12

Күңелле лә, файҙалы ла ярыш

Дүртөйлө районында велоуҙыш үтте.

"Демография" милли проектының "Спорт – йәшәү нормаһы" федераль проекты сиктәрендә Дүртөйлөлә 2007 йылғы һәм унан кесерәк егеттәр һәм ҡыҙҙар араһында шоссела велоспорт буйынса республика кубогына ярыш һәм балалар һәм өлкәндәр араһында велосипед спорты буйынса Дүртөйлө районының асыҡ беренселеге уҙҙы.

Ярышта республиканың төрлө спорт мәктәптәренән 103 велосипедсы: Ишембай, Октябрьский ҡалаларынан, Саҡмағош, Кушнаренко һәм башҡа райондарҙан ҡунаҡтар ҡатнашты. Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры һәм Башҡортостандың Велосипед спорты федерацияһы рәйесе Ринат Латипов ярыштың абруйлы ҡунағы булды.

"Бөтә ҡатнашыусылар ҙа үҙ дистанцияһын лайыҡлы үтте. Ярыштарҙа иң көслөләр генә еңә, әммә барыһының да сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыуы – был уларҙың ҙур еңеүе", – тине район хакимиәте башлығы урынбаҫары Илнур Әхмәҙиев.

Бөгөн өлкәндәр ҙә, йәштәр ҙә төрлө спорт төрҙәрен һайлап, сәләмәтлектәрен нығытыуға ынтыла. Күп дүртөйлөләр, мәҫәлән, велоспортҡа өҫтөнлөк бирә. Өҫтәүенә, ғалимдар велосипедтың ҡаршылыҡтар алдында сигенмәҫкә ярҙам иткән психологик тотороҡлолоҡҡа ярҙам итеүен иҫбатлаған.

Билдәле булыуынса, “Демография" (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Дүртөйлө районы хакимиәте.

Автор:Альфия Мингалиева
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-09-21/k-elle-l-fay-aly-la-yarysh-3448260
Автор:
Читайте нас: